Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Болгария делегацияһы "Алексеевка" совхозында булды

Иҡтисад

       Болгария Республикаһы делегацияһы ағзалары бөгөн "Алексеевка" совхозы ҡаҙаныштары менән танышты. Хәбәр итеүебеҙсә, ҡунаҡтар Башҡортостанға Рәсәйҙә Болгария йылы сараларында ҡатнашыу өсөн килгән.

       Бөтә илгә билдәле ауыл хужалығы предприятиеһында иң элек газ турбинаһы станцияһында (ГТС) булдылар. Агросәнәғәт комплексында ГТС төҙөүҙә "Алексеевка" совхозы пионер булды. Станция Өфө "Мотор" фәнни-производство предприятиеһында "ӨМЭПБ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте сығарған авиадвигатель базаһында эшләнгән. Хәҙер совхоз үҙен электр энергияһы менән тулыһынса тәьмин итә. Ҡоролманың ҡеүәте — 10 мегаватт.

       Ҡунаҡтар тоҡомло мал аҫырау технологиялары менән танышты. Ситтән һыйырҙарҙың һуңғы партияһы быйыл июндә Финляндиянан килтерелгән. Хужалыҡта эшмәкәрлектең был йүнәлеше менән маҡсатлы шөғөлләнәләр. Сит илдәрҙән тоҡомло малдарҙы бында ете йыл элек үк индерә башланылар. Улар өсөн заманса һыйыр аҙбарҙары төҙөлгән. Алынған продукция үҙ цехтарында эшкәртелә.

       "Алексеевка" — ябыҡ грунтта йәшелсәләр үҫтереү буйынса танылған лидер. Хужалыҡта тотороҡло рәүештә помидор һәм ҡыярҙан юғары уңыш алына. Йәшелсәселәр ҡунаҡтарҙың иғтибарын ер еләге үҫтереүгә йүнәлтте.

       Болгария делегацияһы ағзалары алексеевкаларҙың ҡаҙаныштарына юғары баһа бирҙе. Билдәле булыуынса, Болгария — йәшелсә эшкәртеү ныҡ үҫешкән ил. Ихтимал, ике республика тап ошо өлкәлә яңы хеҙмәттәшлек нөктәһе табыр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть