6 декабрь, Шишәмбе

24 сентябрь 2009 йыл, 16:48

Шәмбе көнө барығыҙ ҙа өмәгә!

автор: Эльвира Латипова

       26 сентябрҙә Өфөлә ҡаланы санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса дөйөм ҡала өмәһе үтәсәк. Баш ҡала хакимиәте өфөләрҙе урамдарҙы генераль йыйыштырыуҙа әүҙем ҡатнашырға саҡыра.

       Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 10 сентябрҙән 10 октябргә тиклем Өфөлә ҡала территорияһын санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса айлыҡ иғлан ителгән. Был акция Республика көнө алдынан ойошторолған.

       Санитария айлығында муниципаль хеҙмәттәр, сәнәғәт предприятиелары, ойошмалар, учреждениелар, уҡыу йорттары коллективтары, битараф булмаған һәм яуаплылыҡ тойған бөтә өфөләр ҡатнаша.

       Айлыҡтың уҙған ике аҙнаһында байтаҡ эштәр башҡарылды. Һәр аҙнаның аҙағында ҡалала санитар йомалар үткәрелә.