Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Республика иҡтисадының һигеҙ айлыҡ эш йомғаҡтары

Иҡтисад

       Башҡортостанда быйыл һигеҙ айҙағы социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре билдәләнде. Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы мәғлүмәттәренә ярашлы, ойошмаларҙың был осорҙағы әйләнеше 867,2 миллиард һум тәшкил иткән.

       539,8 миллиард һумға республиканың үҙендә етештерелгән тауарҙар тейәп оҙатылған, эштәр һәм хеҙмәтләндереүҙәр башҡарылған — был былтырғы һигеҙ айға ҡарата 79 процент. Беренсе квартал йомғаҡтары буйынса был күрһәткес 75,6 процентҡа тигеҙ булған.

       Йыл башынан алып республикала 1,1 миллион квадрат метр дөйөм майҙан менән торлаҡ йорттар файҙаланыуға тапшырылған. Был секторҙа ыңғай тенденциялар күҙәтелә.

       Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығында етештереү күләме кәмей. Ғинуар-августа ул аҡсалата сағылышта 52 миллиард һум самаһы тәшкил итте — был бер йыл элеккегә ҡарағанда 13,7 процентҡа кәмерәк.

       Ваҡлап һатыу сауҙа әйләнешендә лә кире күренеш күҙәтелә. Ул 2008 йылдың отчет осоро менән сағыштырғанда 2,5 процентҡа, 268,5 миллиард һумға тиклем кәмегән. Йәмәғәт туҡланыуы әйләнеше 11 миллиард һум кимәлендә, былтырғы күрһәткестән 11,5 процентҡа кәмерәк.

       Халыҡҡа түләүле хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү күләме һигеҙ айҙа 89,1 миллиард һумдан ашыуыраҡ — 2008 йылдың ғинуар-авгусынан 0,7 процентҡа кәмерәк.

       Быйыл йыл башынан алып ҡулланыу хаҡтары һәм тауарҙарға, хеҙмәтләндереүҙәргә тарифтар индексы — 107,3 процент, ә сәнәғәт тауарҙары етештереүселәрҙең хаҡтар индексы 136,2 процент тәшкил итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть