5 декабрь, Дүшәмбе

24 сентябрь 2009 йыл, 16:46

SMS ебәреп, һалым буйынса бурысың тураһында белергә мөмкин

автор: Әлим Фәйезов

       "Һалымыңды түлә лә тыныс йоҡла" — һалымсыларҙың был һүҙбәйләнешен күп граждандар туранан-тура ҡабул итте һәм практикала әүҙем ҡуллана. Һалымсылар иһә, үҙ сиратында, законға ҡолаҡ һалыусы граждандарға һалым түләүҙәре тураһында үҙ бурыстары хаҡында һәр ваҡыт хәбәрҙар булырға ярҙам итә.

       Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы эксперимент үткәрә. Быйыл 15 августан 15 октябргә тиклем 8-904-73-61-001 номерына физик шәхестең 12 һандан торған ИНН-һы менән SMS-хәбәр ебәреп, һалым түләүҙәре буйынса үҙ бурысың хаҡында белергә мөмкин.