Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Руслан Ғарипов - Бөтә Рәсәй инновациялар конкурсы еңеүсеһе

Иҡтисад

       Руслан Ғарипов — "Внедрение" отряды яугиры, Башҡорт дәүләт аграр университеты ауыл хужалығын механизациялау факультетының дүртенсе курс студенты — ауыл хужалығын механизациялау өлкәһендә инновацион студент эштәре конкурсында беренсе урын яуланы. Конкурс Мәскәүҙә "Йәштәр көнө — агробыуын" Икенсе йәштәр форумы сиктәрендә үтте. Уның проекты "УВК-1 консерванттарын индереү өсөн ҡоролма" тип аталды.

       Конкурсҡа аграр юғары уҡыу йорттары студенттарының һәм аграр секторҙағы йәш ғалимдарҙың ғилми-ҡулланма эштәре — курс эштәре, диплом проекттары тәҡдим ителде. Баһалау критерийҙары — проекттың инновационлығы, актуаллеге һәм талап ителеүе, уны ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеге.

       Руслан Ғариповҡа еңеү еңел бирелмәне. Конкурста ҡатнашыусылар бик күп булды. Икенсе урынды Ҡазан дәүләт аграр университетынан Александр Железнев һәм Ставрополь дәүләт аграр университетынан Максим Мастепаненко алды. Өсөнсө урында — Ульяновск дәүләт ауыл хужалығы академияһынан Алексей Гордеев һәм Урал дәүләт ауыл хужалығы академияһынан Эльдар Низаметдинов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть