10 декабрь, Шәмбе

24 сентябрь 2009 йыл, 16:43

Болгарияның рәсми делегацияһы килде

автор: Эльвира Латипова

       Бөгөн Өфөгә Болгария Республикаһының рәсми делегацияһы танышыу сәфәре менән килде. Делегация составында — Болгарияның дәүләт власы органдары етәкселәре, ҙур ҡалалары башлыҡтары, ғалимдар һәм йәмәғәтселек вәкилдәре.

       Сәфәрҙең төп маҡсаты — "Дөйөм Европа йорто тураһындағы идея контексында Болгария менән Рәсәй араһында төбәк-ара хеҙмәттәшлек" түңәрәк өҫтәлендә ҡатнашыу. Был "Рәсәйҙә Болгария йылы" саралары программаһының бер өлөшө.

       Делегация Башҡортостанда өс көн буласаҡ. Бөгөн, 24 сентябрҙә, Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенә, "Алексеевка" совхозына, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә, Авиация технологиялары технопаркына һәм Өфө дәүләт нефть техник университетына барыу планлаштырылған.

       25 сентябрҙә төбәк-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдән һуң делегация Стәрлетамаҡҡа юл тотасаҡ. Ҡунаҡтар ҡаланың сәнәғәт предприятиеларында булырға, шулай уҡ Стәрлетамаҡ районының ҙур ауыл хужалығы етештереүсеһе — "Рощинский" совхозы" дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының эше менән танышырға ниәтләй. Кисен Өфөлә болгар делегацияһы Аксаков балында ҡатнашасаҡ.

       Шәмбегә республика етәкселеге менән рәсми осрашыу билдәләнгән, унан һуң ҡунаҡтар Нефтекамаға барасаҡ.

       Был сәфәр Болгария менән Башҡортостан араһында иҡтисад, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтеүгә йүнәлтелгән.