Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

"Рәсәй балалары" программаһын яҡлаған өсөн рәхмәт белдерелә

Сәйәсәт

       Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов исеменә "Ҡаршыға аҙым!" фестивале директоры, художество етәксеһе Валерия Соколованан хат килде. Хатта "Рәсәй балалары" дәүләт программаһын яҡлаған һәм мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың "Ҡаршыға аҙым!" Икенсе Халыҡ-ара ижади фестивален үткәреүҙә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерелә. Фестиваль Санкт-Петербургта "Рәсәй балалары" президент программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелде. Фестивалдә Рәсәй төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһынан да, 300-ҙән ашыу бала ҡатнашты.

       Фестивалде ойоштороусылар һәм унда ҡатнашыусылар исеменән Һеҙгә "Рәсәй балалары" дәүләт программаһын яҡлаған, социаль яуаплылыҡ һәм гражданлыҡ позицияһы күрһәткән өсөн ихлас рәхмәт белдерәм. Был программаны тормошҡа ашырыу йәмәғәтселектә Рәсәйҙең социаль дәүләт программаларын яҡлау өҫтөн ҡуйылған һәм Ватаныбыҙҙың рухи яңырыуына хеҙмәт иткән ил булараҡ образы формалашыуына булышлыҡ итәсәк.

       Һеҙгә артабанғы уңыштар, тотороҡлолоҡ һәм Рәсәйҙең сәскә атыуы хаҡына ижади эштәр теләйем", — тиелә "Ҡаршыға аҙым!" фестивале директоры Валерия Соколованың хатында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть