3 декабрь, Шәмбе

23 сентябрь 2009 йыл, 17:25

Аҙ ҡатлы төҙөлөш халыҡ өсөн һәр яҡлап уңайлы

автор: "Башинформ".

       Аҙ ҡатлы йоттар төҙөлөшөн үҫтереү буйынса күргәҙмә — был төҙөлөш баҙарында конкуренцияны арттырыуҙың тағы бер ысулы — юғары конкуренция хаҡты кәметергә һәм сифатты яҡшыртырға булышлыҡ итә. Башҡортостан Премьер-министры Раил Сарбаев тап шуға инана.

       — Күргәҙмә аҙ ҡатлы төҙөлөштөң мөмкинлектәрен һәм өҫтөнлөктәрен асыҡ күрһәтә. Бында индустриаль ысул менән һалынған юғары сифатлы һәм уңайлы заманса әҙер йорттар күрһәтелгән, — тине ул күргәҙмәне асыуҙа.

       Ул ҡулланыусыларға аҙ ҡатлы торлаҡ баҙары тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алырға ярҙам итәсәк, үҙ йортоңдо төҙөүгә ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ.

       Бөгөн "Үҙ йортом" программаһы буйынса Өфө районының Жуково ауылы эргәһендәге объект төҙөлөшөндә 26 подряд ойошмаһы йәлеп ителгән, ә Шамонин ауылын киңәйтеүҙә 33 подряд ойошмаһы ҡатнаша.

       Йорттар төҙөү шәхси йорттарҙың өс тибы буйынса алып барыла: бер нисә төр стена конструкцияларын файҙаланып, 54, 72 һәм 90 квадрат метрлыҡ.

       Жуковола байрам датаһы — Республика көнөнә ҡарата өй туйлаусыларға 39 йорттан асҡыстар тапшырыласаҡ. Шамонинда 75 ғаилә яңы йортҡа инәсәк. "Үҙ йортом" программаһы буйынса бер квадрат метр торлаҡтың хаҡы 8 меңдән 12 мең һумға тиклем тәшкил итәсәк, ә традицион коттедж төҙөлөшөндә бер квадрат метрҙың уртаса хаҡы — кәмендә 35 мең һум.