6 декабрь, Шишәмбе

23 сентябрь 2009 йыл, 17:24

Тоҡомсолоҡ эше яҡшы ҡуйылған

автор: Эльвира Латипова

       Тоҡомсолоҡ заводтары һәм репродукторҙары һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында — беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе урынды биләй.

       Республикала 19 тоҡомсолоҡ заводы һәм 57 тоҡомсолоҡ репродукторы тик һыйыр малы үрсетеү менән шөғөлләнә, уларҙа 30 меңдән ашыу орғасы мал иҫәпләнә. Һәр һыйырҙан йылына уртаса һауым 5208 килограмм тәшкил итә.

       БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы биш йылда 50 меңдән ашыу тоҡомло башмаҡтар һәм таналар һатып алынған. Шулай итеп, бөтә орғасы һыйыр малының сиреге тиерлек юғары генетик потенциалға эйә.