Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө

Иҡтисад

       CITOGIC'2009-Өфө конгресында Рәсәй газ йәмғиәте менән "СОПКОР" коммерция булмаған партнерлығы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Рәсәй Дәүләт Думаһы Рәйесе урынбаҫары Валерий Язев менән "СОПКОР" коммерция булмаған партнерлығы Советы рәйесе Богдан Будзуляк ҡул ҡуйҙы.

       Был килешеүҙе бойомға ашырыу газ үткәргестәрҙең хәүефһеҙлеген һәм уларҙы файҙаланыу ышаныслылығын күтәреүгә йүнәлтелгән.

       — Бындай килешеүҙең Өфөлә CITOGIC конгресында төҙөлөүе мөһим, — тип билдәләне Рәсәй Технологик фәндәр академияһы президенты Борис Никитин. — Бөгөн Рәсәй масштабында 150 мең километрҙан ашыу газ үткәргестәр файҙаланыла. Улар инде бик күптән сафҡа индерелгән. Йыл һайын газ үткәргестәрҙең бер нисә мең километрында профилактик эштәр үткәреү зарур.

       Никитин әйтеүенсә, был йүнәлештә эште әүҙемләштереүгә Саян-Шушенский ГЭС-ындағы фажиғә сәбәп булып тора. Шулай уҡ башҡа сәнәғәт объекттары ла туҙыу сәбәпле, техноген һәләкәттәр тыуыуы бик тә ихтимал.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть