8 декабрь, Кесе йома

23 сентябрь 2009 йыл, 17:20

Латвия башҡорттары ҡоролтайы М.Ғ. Рәхимовҡа рәхмәт белдерҙе

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

       Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә "Латвия башҡорттары ҡоролтайы" берекмәһе рәйесе урынбаҫары Финат Ғәзизовтан хат килде. Ул "Салауат Юлаев"тың бөтә көйәрмәндәрен Ҡитғалар хоккей лигаһының яңы миҙгеле башланыу менән ҡотлаған.

       "Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы! Беҙ Һеҙҙең "Салауат Юлаев" хоккей командаһының көйәрмәне булыуығыҙҙы һәм Өфөләге яңы хоккей аренаһында барған матчтарға йыш йөрөүегеҙҙе беләбеҙ. Һеҙгә спортҡа ярҙам иткәнегеҙ һәм Башҡортостанда физик культураны һәм спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлгәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.

       11 сентябрҙә Рига аэропортында беҙ Өфөнән баш тренер Вячеслав Быков һәм хоккей командаһының генераль директоры Вадим Рыбинский етәкселегендәге "Салауат Юлаев" уйынсылары менән рейсты ҡаршы алдыҡ. Беҙ яҡташтарыбыҙҙы Башҡортостандың милли флагы, башҡорт балы, сәк-сәк менән ҡаршыланыҡ. Спортсылар аптырап ҡалды һәм ҡыуанды. Башҡорт диаспораһы вәкилдәре менән осрашыу ваҡытында спортсылар үҙ автографтары менән "Салауат Юлаев" командаһының спорт формаһын бүләк итте. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, сувенирҙар тапшырҙыҡ һәм хоккей лигаһы уйындарында уңыштар теләнек", — тиелә хатта.