5 декабрь, Дүшәмбе

23 сентябрь 2009 йыл, 17:19

CITOGIC'2009-Өфө конгресы асылды

автор: Эльвира Латипова

Конгресс-холда CITOGIC'2009-Өфө конгресы асылды. CITOGIC — ул газ, нефть сәнәғәтендә, энергетикала һәм элемтәлә яңы технологиялар менән таныштырыусы йыл һайын үткәрелеп килгән халыҡ-ара форум.

       Конгресс Рәсәйҙең, донъя энергетик державаһы булараҡ, технологик үҫешенең стратегик йүнәлештәренә арналған. CITOGIC'2009-Өфө Рәсәй Президенты күҙәтеүендә һәм БМО-ның Сәнәғәт үҫеше буйынса комитеты ҡанаты аҫтында үткәрелә. Уны ойоштороусылар — Рәсәй Фәндәр академияһы, "Газпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, илдең ҙур нефть-газ, төҙөлөш, финанс компаниялары.

       Конгрестың юғары ҡунаҡтары иҫәбендә — БР Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм башҡалар.

     Конгреста ҡатнашыусыларға Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев тәбрикләү хаты ебәргән. Унда, атап әйткәндә, шулай тиелә: "...ватан энергетикаһын һөҙөмтәле үҫтереү — ул иҡтисадты модернизациялауҙың төп йүнәлеше. Уның уңышы алдынғы заманса технологияларҙы киң индереү менән туранан-тура бәйләнгән. Бында Рәсәй фәненең инновацион ҡеүәтен тулыһынса ғәмәлгә индереү, ғалимдарҙың, конструкторҙарҙың һәм инженерҙарҙың яңы эшкәртмәләрен файҙаланыу үтә мөһим. Һәм әлбиттә — сит ил партнерҙары менән кооперация бәйләнештәрен тәрәнәйтеү. Конгресс барышында ҡабул ителгән ҡарарҙар Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексының конкуренцияға һәләтлелеген күтәреүгә булышлыҡ итер, тип иҫәп тотам".

      Шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путиндан, Федерация Советы Рәйесе Сергей Мироновтан тәбрикләү телеграммалары килде.

       Конгреста ҡатнашыусылар алдында Рәсәй Федерацияһының Технологик фәндәр академияһы президенты Борис Никитин, Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов сығыш яһаны.