7 декабрь, Шаршамбы

23 сентябрь 2009 йыл, 17:18

Рәсәй һәм Германия фотографтары Өфөлә семинарға йыйыласаҡ

автор: Лиә Нәғимова

       Өфөлә 23-26 сентябрҙә йәш фотографтар өсөн "Үҙгәрештәрҙе фотоға төшөрөргә" Рәсәй-Германия семинары үтәсәк. Уны ойоштороусылар — Мәскәүҙәге Гете исемендәге Немец мәҙәни үҙәге, Өфөнөң Фотооҫталыҡ академияһы һәм Берлиндағы "Ostkreuz" фото агентлығы.

       Семинар программаһында — Фото сәнғәте тураһында лекциялар һәм авторҙар коллекцияларынан слайдтар күрһәтеү. Бынан тыш, фотофорумда ҡатнашыусылар башҡорт ауылына экскурсия яһаясаҡ, Ағиҙел буйлап пароходта йөрөйәсәк, мәсеткә, православие сиркәүенә һәм синагогаға барасаҡ. Башҡа ҡыҙыҡлы саралар ҙа планлаштырылған.

       Рәсәй-Германия йәш фотографтар семинары унда ҡатнашыусыларҙың ошо дүрт көн эсендә төшөргән иң яҡшы эштәренән күргәҙмә менән тамамланасаҡ. Экспозиция Фотооҫталыҡ академияһының күргәҙмә залында асыла.