4 декабрь, Йәкшәмбе

23 сентябрь 2009 йыл, 17:17

Мортаза Рәхимов "Ҙур Урал" ассоциацияһы ултырышында ҡатнашты

автор: "Башинформ".

       Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Екатеринбургта "Ҙур Урал" Рәсәй Федерацияһы субъекттарының үҙ-ара иҡтисади бәйләнештәре төбәк-ара ассоциацияһы Советы ултырышында сығыш яһаны.

       Мортаза Рәхимов, Башҡортостан иҡтисады, тотош илдеке кеүек үк, үҫештә ҡатмарлы осор кисерә, тип билдәләне. Шул уҡ ваҡытта, республика башлығы фекеренсә, тупланған иҡтисади ҡеүәт, элгәрге йылдарҙа үткәрелгән структур үҙгәртеп ҡороуҙар, иҡтисадта һәм социаль өлкәлә көрсөк эҙемтәләрен кәметеү буйынса күрелгән саралар кире күренештәрҙең йоғонтоһон байтаҡҡа йомшартыу мөмкинлеген бирҙе.

       Республика Президенты әйтеүенсә, быйыл ғинуар-августа сәнәғәттә етештереү индексы, ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, 92,7 процент тәшкил иткән. Был башҡа субъекттар менән сағыштырғанда иң яҡшы күрһәткес булып тора. Иҡтисади эшмәкәрлектең айырым төрҙәренә, иҡтисадтың һөҙөмтәле эше өсөн нигеҙ булған социаль тотороҡлолоҡтоң һәм аҙыҡ-түлек именлегенең төп позицияларына реаль ярҙам күрһәтеү көрсөккә ҡаршы эшмәкәрлектең мөһим йүнәлешенә әүерелде. Миҫал итеп Мортаза Рәхимов "НефАЗ"ды килтерҙе.

       Республика башлығы шулай уҡ ауыл хужалығына, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса саралар хаҡында һөйләне. Республикала етештереүҙе диверсификациялау һәм тулыландырыуҙа, һатыу баҙарҙарын һаҡлап ҡалыу һәм киңәйтеүҙә, ҡалаларҙың төп предприятиеларына һәм ойошмаларына етештерелгән продукцияға дәүләт һәм муниципаль заказ алыуҙа ярҙам күрһәтелә.

       — Башҡортостан предприятиеларында етештерелгән продукцияның Рәсәйҙең башҡа субъекттарында ла һатып алыусы табыуы мөһим, — тине Мортаза Рәхимов.

       Форумда ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, Мортаза Рәхимов, Башҡортостан "Ҙур Урал" ассоциацияһы Советы эшенә ҙур әһәмиәт бирә, тип билдәләне.