Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Дәүләт Думаһы һайлау закондары буйынса комиссия төҙөйәсәк

Сәйәсәт

       Дәүләт Думаһы Рәйесе Борис Грызлов, Дәүләт Думаһы яҡын араларҙа һайлауҙар һәм референдумдар әҙерләгәндә һәм үткәргәндә РФ һайлау закондарын ҡулланыу практикаһын өйрәнеү буйынса парламент комиссияһын төҙөйәсәк, тип хәбәр итте.

       Спикер ҡушыуынса комиссия ойоштороу буйынса тәҡдимдәрҙе Конституция закондары һәм дәүләт ҡоролошо буйынса комитет эшкәрткән. Был оппозиция фракциялары — КПРФ һәм ЛДПР — вәкилдәре 11 октябрҙәге һайлауҙар алдынан Рәсәйҙең ҡайһы бер субъекттарында һайлау кампанияларын ойоштороу һәм үткәреү айҡанлы дәғүәләр белдергәндән һуң шулай ҡарар ителгән.

       Борис Грызлов, "Берҙәм Рәсәй" фракцияһы ағзаһы Николай Гончар етәкселегендәге бындай комиссия Дәүләт Думаһының уҙған саҡырылышында һөҙөмтәле эшләне, шуға күрә ҡайтанан ошо депутат кандидатураһын тәҡдим итеү маҡсатҡа ярашлы булыр, тип ҡарар итте. Комиссия составына 10-11 депутат инәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть