10 декабрь, Шәмбе

22 сентябрь 2009 йыл, 17:27

"Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры" конкурсының төбәк этабы

автор: Любовь Колоколова

       Башҡортостандың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы "Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры" Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабына әҙерлек башланы. Быйыл ул 13-сө тапҡырына үткәрелә.

       БР Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина хәбәр итеүенсә, конкурсҡа заявкалар 20 октябргә тиклем ҡабул ителәсәк. Быйылғы ярыш шарттарының береһе — дәғүәселәрҙең бәләкәй предприятие директоры сифатында стажы биш йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.

       Бөгөнгө көнгә заявкалар Салауат, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Өфө эшҡыуарҙарынан килде. Конкурс ноябрҙең 20-ләрендә үткәреләсәк.

       Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, "Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры" конкурсы идеяһы авторы — Рәсәй Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы президенты Татьяна Малютина. Конкурстың маҡсаты — предприятиеның үҫешен тәьмин итеүсе ҡатын-ҡыҙ етәкселәрҙе асыҡлау һәм дәртләндереү, төбәктең социаль-иҡтиседи программаларын тормошҡа ашырыуға уларҙың индергән өлөшөн һәм ролен йәмәғәтселеккә танытыу.

       Был конкурсты үткәреү йылдарында Башҡортостандан йөҙгә яҡын ҡатын-ҡыҙ лауреат исеме алды, уларҙан 14 еңеүсе исемле миҙалдарға лайыҡ булды, өсәүһенә "Рәсәйҙең атҡаҙанған директоры" исеме бирелде.