8 декабрь, Кесе йома

22 сентябрь 2009 йыл, 17:26

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2013 йылға күсерелә

автор: Эльвира Латипова

       Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2010 йылдан 2013 йылға күсерелә, тип хәбәр итә Рәсәй Статистика идаралығы.

       Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ҡабул иткән халыҡ иҫәбен алыуҙы күсереү тураһындағы ҡарар финанс көрсөгө менән аңлатыла. Хәҙерге ваҡытта РФ Хөкүмәтенең ярашлы бойороғо проекты әҙерләнә.

       Бөгөнгө көнгә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороуға планлаштырылған 18 миллиард һумдың ике миллиарды тотонолған. Был аҡса һынау халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүгә, кәрәкле ҡорамалдарҙың бер өлөшөн һатып алыуға, методологик һорауҙар эшкәртеүгә һәм 25 меңдән ашыу ҡала, район, ҡасаба һәм ауылдарға картографик материалдар әҙерләүгә киткән. Илдең һәр тораҡ пункты буйынса йорттар адрестарының электрон мәғлүмәттәр базаһы булдырылған. Алынған мәғлүмәттәрҙе автоматлаштырылған эшкәртеү һәм халыҡ иҫәбен алыуға йомғаҡ яһау өсөн программа тәьминәте ярайһы уҡ эшкәртелгән дә инде.

       Төбәктәрҙә халыҡ иҫәбен алыусыларҙың эшен еңеләйтеү һәм иҫәп алыуҙың тулылығын һәм дөрөҫлөгөн тәьмин итеү өсөн урамдарҙың исемдәре һәм йорттарҙың һаны менән табличкалар яңыртылған, ҡала һәм райондарҙың сиктәре, тораҡ пункттарының атамалары аныҡланған.

       Ҡаралған средстволарҙың 10 миллиард һум күләмендәге төп өлөшө 2010 йылда үҙләштерелергә тейеш ине. Был сумманың 80 проценттан ашыуы — ваҡытлыса йәлеп ителгән персоналдың эш хаҡы.

       Статистика идаралығында билдәләүҙәренсә, һатып алынған техника, эшкәртелгән методология һәм картографик материал 2013 йылда файҙаланыласаҡ. Халыҡ иҫәбен алыу ҡағыҙҙары төҙәтелеүе ихтимал. Шулай уҡ мәғлүмәт-аңлатыу эше стратегияһын аныҡлау ҙа талап ителәсәк.