Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө Республика көнөн байрам итеүгә әҙерләнә

Сәйәсәт

       Бөгөн Өфө мэрияһындағы кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияны ҡабул итеүҙең 19 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек тикшерелде.

       Әле үк район хакимиәттәре, мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре тантанаға әүҙем әҙерләнә. Ҡалала байрам саралары иҫтәлекле датаға тиклем бер нисә көн алдан башланасаҡ. Мәҫәлән, 6 октябрҙә Ҡала Мәҙәниәт һарайында тантаналы йыйылыш планлаштырылған, унда врачтарҙы, уҡытыусыларҙы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен хөрмәтләйәсәктәр. Уларҙан ҡайһы берәүҙәре Республика көнөнә ҡарата фатир асҡысы аласаҡ.

       Байрам алдынан ҡаланың бөтә райондарында мәҙәни саралар, спорт ярыштары, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, производство алдынғылары, студенттар һәм уҡыусылар ҡатнашлығында тантаналы йыйылыштар үтәсәк. Ҡаланың күп ойошмалары һәм предприятиелары хеҙмәт эшмәкәрлегендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән ветерандарҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе хөрмәтләйәсәк.

       Традиция буйынса 11 октябрҙә республика һәм ҡала етәкселәре Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һаласаҡ. Был көндө Өфөнөң Ленин майҙанында "Республикам минең" йәштәр байрамы үтәсәк, уның сиктәрендә республика һәм Рәсәй масштабындағы эстрада йондоҙҙары, иң яҡшы художестволы үҙешмәкәрлек коллективтары, шул иҫәптән балалар коллективтары ла сығыш яһаясаҡ. 11 октябрҙә "Беренсе Май", Иван Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял парктарында, "ӨМЭПБ" һәм "Орджоникидзе" Мәҙәниәт йорттары алдындағы майҙандарҙа тантаналар билдәләнгән.

       Тантаналар Ленин майҙанында фейерверк һәм лазер шоуы менән тамамланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть