9 декабрь, Йома

22 сентябрь 2009 йыл, 17:24

"Ҙур Урал" Ассоциацияһы Советы ултырышы үтә

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

       22 сентябрҙә Екатеринбургта Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов етәкселегендәге республика рәсми делегацияһы "Ҙур Урал" Рәсәй Федерацияһы субъекттарының Төбәк-ара иҡтисади эшмәкәрлек ассоциацияһы Советы ултырышында ҡатнаша. Рәсми делегация составында шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко.

       Ултырышта тикшереләсәк төп тема — Урал төбәктәрендәге социаль-иҡтисади хәл. Шулай уҡ иҡтисади көрсөк эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса бәйле мәсьәләләр ҡараласаҡ, көрсөк күренештәрен еңеү буйынса артабанғы берлектәге саралар билдәләнәсәк.

       Совет ултырышы эшендә Рәсәй Президентының Урал федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Николай Винниченко, Урал һәм Волга буйы федераль округтары төбәктәре губернаторҙары, төбәктәрҙең Закондар сығарыу Йыйылыштары спикерҙары, предприятиелар етәкселәре һәм ғилми ойошмалар вәкилдәре ҡатнаша.

       Форумда ҡатнашыусылар Ассоциация Президенты, Свердловск өлкәһе губернаторы Эдуард Росселдең "Ҙур Урал" Төбәк-ара ассоциацияһы төбәктәренең иҡтисади көрсөктән сығыу буйынса тәжрибәһе тураһында" докладын тикшерәсәк, шулай уҡ Ассоциацияның киләсәккә эш планын ҡараясаҡ.