8 декабрь, Кесе йома

22 сентябрь 2009 йыл, 17:23

"Һаулыҡ" милли проекты сиктәрендә миллиард һумға яҡын аҡса инде

автор: Елена Макушина

       Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә милли проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2009 йылдың һигеҙ айында Башҡортостан Республикаһына бер миллиард һумға яҡын аҡса инде. Был турала БР Хөкүмәтендәге ултырышта БР һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Зөфәр Мортазин хәбәр итте.

       Ултырышта өҫтәмә диспансерлаштырыу, "Бала табыу сертификаты" программаһы, ҡан хеҙмәтен үҫтереү, юл-транспорт һәләкәте ваҡытында медицина ярҙамын камиллаштырыу, халыҡта сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләү мәсьәләләре ҡаралды.

       Финанс ҡатмарлыҡтарына ҡарамаҫтан, планлаштырылған саралар тулы күләмдә тормошҡа ашырыла. Медицина ярҙамы күрһәтеүҙең бөтә этаптарына комплекслы ҡараш юлы менән һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялауҙы дауам итеү "Һаулыҡ" милли проектының мөһим бурысы булып тора, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.