8 декабрь, Кесе йома

22 сентябрь 2009 йыл, 17:20

Төҙөлөштә 11 меңдән ашыу хеҙмәт мигранты эшләй

автор: Евгений Рәхимҡолов

       Әлеге ваҡытта Башҡортостан биләмәһендә теркәлгән 27826 хеҙмәт мигрантының 11756-һы төҙөлөш өлкәһендә эшләй. Был турала Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы ҡарамағындағы Ижтимағи-консультатив совет начальнигы урынбаҫары Хәмит Нафиҡов хәбәр итте.

       Мигранттарҙы йәлеп итеү буйынса икенсе урында коммерция эшмәкәрлеге тора. Бөгөн уның менән республикала 7320 сит ил кешеһе мәшғүл. Ауыл хужалығында — 4908, сәнәғәттә — 1402, транспорт һәм элемтә өлкәһендә 444 мигрант эшләй. Тағы 1996 кеше башҡа өлкәләргә йәлеп ителгән.