8 декабрь, Кесе йома

22 сентябрь 2009 йыл, 17:19

Хоҡуҡ мәҙәниәте аҙналығы үтте

автор: Ирина Бакке

       Донъя финанс көрсөгө шарттарында Башҡортостан халҡын бигерәк тә хоҡуҡ закондары мәсьәләләре борсой. Өфө китапханаларында үткән Хоҡуҡ мәҙәниәте аҙналығы һөҙөмтәләре ошо турала раҫлай.

       Өфө ҡала бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фонды һәм юридик компаниялар вәкилдәре менән берлектә ҡала властары тарафынан үткәрелгән акция сиктәрендә теләгән бер кеше китапханаға килеп, белгестән үҙен ҡыҙыҡһындырған мәсьәлә буйынса бушлай консультация ала алды. Акция әлеге ваҡытта өфөләрҙе айырыуса хеҙмәт хоҡуҡтары, пенсия закондары, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ проблемалары борсоуын күрһәтте.