8 декабрь, Кесе йома

22 сентябрь 2009 йыл, 17:17

Мортаза Рәхимов Әлшәй районына барып ҡайтты

автор: Ольга Горюнова

       21 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Әлшәй районына барып ҡайтты. Республика башлығы райондың социаль-иҡтисади үҫеше менән танышыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.

       Ғәйнәямаҡ ауылында Мортаза Рәхимов дөйөм белем биреү мәктәбен реконструкциялау барышы менән танышты. Объектты тулыһынса капиталь ремонтлауға 25-30 миллион һум аҡса талап ителәсәк. Мәктәп коллективы менән әңгәмә ваҡытында төбәк башлығы, мәктәпте реконструкциялауҙы финанслау менән проблемалар булмаясаҡ, тип вәғәҙә итте. Яңыртылған мәктәпте яңы йылға файҙаланыуға тапшырырға планлаштырылған. Ремонт ваҡытында балалар ауыл Мәҙәниәт йортонда ике сменала уҡый.

       Тавричанка ауылында Башҡортостан Президенты ауыл участка дауаханаһы бинаһын ҡараны. Унда ремонт эштәре тамамланып килә. Медицина учреждениеһы туғыҙ ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. Уны реконструкциялауға 13 миллион һум аҡса тотонолған. Бында электр селтәрҙәре системаһы алмаштырылған, һыу үткәргес һәм йылылыҡ трассаһы ремонтланған, заманса медицина ҡорамалдары, мебель һатып алынған. Беренсе ҡатта — участка табиптары һәм белгестәр кабинеттары, икенсе ҡатта 12 койкалыҡ амбулатория урынлашҡан.

       Әлшәй районының Линда һәм Ҡырым ауылдары эргәһендә ҡошсолоҡ комплексы урынлашҡан. Мортаза Рәхимов "Башҡортостан бройлеры" ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең беренсе сиратын төҙөү өсөн бүленгән майҙанда булды. Проект буйынса йылына 28 миллион дана инкубатор йомортҡаһы етештереү буйынса инкубатор, бройлер фермалары, йылына 45 мең тоннаға тиклем ҡош ите етештерәсәк цех төҙөләсәк. Ҡошсолоҡ селекцияһы һәм технологиялары буйынса донъя стандарттарына яуап биреүсе комплекс төҙөүгә һәм уны сафҡа индереүгә 1,8 миллиард һум самаһы аҡса инвестицияланасаҡ. 2010 йыл дауамында 25 миллион дана себеш етештереүгә иҫәпләнгән яңы инкубаторҙы файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.