2 декабрь, Йома

18 сентябрь 2009 йыл, 16:58

Волга буйы федераль округы профсоюз форумы Өфөлә јтәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

       Өфө 24-27 сентябрҙә үтәсәк Волга буйы федераль округының III Йәштәр профсоюз форумында ҡатнашыусыларҙы ҡаршыларға әҙерләнә.

       БР Профсоюздар федерацияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, форумға Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән 150 кеше килеүе көтөлә. Ҡунаҡтар араһында шулай уҡ БР Президенты хакимиәте һәм Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы вәкилдәре лә буласаҡ.

       Форум сиктәрендә төрлө ҡалаларҙан йәш профсоюз лидерҙары тәжрибә уртаҡлаша, команда төҙөү күнекмәләрен үҙләштерә, отчет-һайлау компаниялары үткәрергә өйрәнә аласаҡ.

       Бындай форумдар үткәреү изге традицияға әйләнде. Уларҙың тәүгеһе 2002 йылда Ҡазанда үткәрелде. Артабан эстафетаны Пенза ҡабул итте, һәм бына хәҙер ҡунаҡтарҙы Өфө ҡабул итә.

       Башҡортостандың профсоюз ойошмалары йәштәр менән эшләүгә һәр ваҡыт ҙур иғтибар бирҙе. Бөгөн республика профсоюздары 320 меңдән ашыу йәш кешене берләштерә. 2004 йылдан йәш профактивистар инициативаһы менән БР Хөкүмәте, эш биреүселәр берләшмәләре һәм БР Профсоюздар федерацияһы араһында Генераль килешеүгә "Йәштәрҙең хеҙмәт шарттары һәм социаль гарантиялары" бүлеге индерелде һәм ул әле лә ғәмәлдә.

       Республиканың йәш профактивистары тармаҡ, республика, округ, Бөтә Рәсәй форумдарында һәм конференцияларында ҡатнаша. Германия, Төркиә, Ҡытай профсоюздары менән халыҡ-ара хеҙмәттәшлек юлға һалынған. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағында Йәштәр йәмәғәт палатаһы булдырылған, уға республика профсоюздарының дүрт вәкиле ингән.

       Форум 25 сентябрҙә Профсоюздар йортонда тантаналы асыласаҡ.