10 декабрь, Шәмбе

18 сентябрь 2009 йыл, 16:57

Йәштәр дәүләт премиялары буйынса комиссия ултырышы үтте

автор: Михаил Сытин

       Бөгөн Республика йортонда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдус Илешев рәйеслегендә Фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт республика премияларын биреү буйынса комиссияның йомғаҡлау ултырышы үтте.

       Дәғүәселәр һаны йылдан-йыл арта. Былтыр улар 45 булһа, быйыл 49 материал күрһәтелде. Уларҙың 17-һе — гуманитар фәндәр өлкәһендә, 15-е — техник фәндәр һәм 17-һе — тәбиғи фәндәр өлкәһендә. Дәғүәселәр географияһы ла киңәйә. Һуңғы йылдарҙа Өфө заявкалар биреүсе берҙән-бер ҡала түгел. Премияға республиканың Октябрьский, Сибай, Бөрө һәм башҡа ҡалаларынан һәм райондарынан ғалимдар һәм ғилми коллективтар дәғүә итә.

       Премия БР Министрҙар Кабинеты ҡарары менән 2002 йылда булдырылғайны һәм шул ваҡыттан алып алты йыл эсендә 12 йәш ғалим һәм алты ғилми коллектив уның лауреаттары булды.

       Традицион рәүештә лауреаттарға Дәүләт премияһы Республика көнөн байрам итеү сиктәрендә тапшырыласаҡ.