6 декабрь, Шишәмбе

18 сентябрь 2009 йыл, 16:56

Өфө Аксаков көндәренә әҙерләнә

автор: Евгений Рәхимҡолов

       Республика баш ҡалаһы ХIХ Халыҡ-ара Аксаков байрамын үткәреүгә әҙерләнә. Был ваҡиға айҡанлы төп саралар 21 сентябрҙән 27-һенә тиклем Өфөлә, Бәләбәй һәм Өфө райондарында үтәсәк.

       Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл байрамға Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән ҙур делегациялар килеүе көтөлә. Болгариянан айырыуса күп ҡунаҡтар (40-ҡа яҡын кеше) килергә тейеш. Байрамға шулай уҡ Аксаковтар нәҫеле вәкилдәре — Татьяна Кулешова-Аксакова һәм Андрей Аксаков, "Аксаковтар: ғаилә хроникалары" фильмы авторҙары Алексей Кулешов һәм Игорь Калядин, летчик-космонавт, Германиялағы Ағалы-энеле Гриммдар музейы директоры Бернард Лауер һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтар килергә йыйына.

       Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы ҡарары менән Сергей Аксаковтың тыуған көнөнә ҡарата саралар планы раҫланған. Мәҫәлән, 21 сентябрҙән 25-енә тиклем Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының "АCADEMIA" галереяһында яҙыусының ижадына арналған студенттар эштәре күргәҙмәһе үтәсәк. 22 сентябрҙә ошонда уҡ 15 сәғәттә студенттарҙың әҙәби кисәһе үткәрелә.

       24 сентябрҙә 18 сәғәттә "Родина" кинотеатрында "Культура" телеканалының "Аксаковтар: ғаилә хроникалары" документаль телевизион фильмын презентациялау үткәреләсәк.

       25 сентябрҙә 19 сәғәттә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Өфө ҡалаһы ҡала округы Советының Сергей Аксаков исемендәге премияларын тапшырыу тантанаһы үтәсәк. Бүләктәрҙе тапшырғас, ошонда уҡ Аксаков балы башланасаҡ.

       Өфөлә башланған Аксаков көндәрен "Надеждино" Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәгендә (Бәләбәй районының Надеждино ауылы), Бәләбәй ҡалаһында һәм Өфө районының Зубово ауылында саралар дауам итәсәк, улар 27 сентябргә тиклем дауам итәсәк.