Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Эдуард Юлдашев: "Журналистар алғы сафта булырға тейеш"

Йәмғиәт

       Өфө Матбуғат йортоноң йыйылыштар залында йәш журналистарҙың VI республика фестивале үтте. Унда республика ҡалаларынан һәм райондарынан 50-нән ашыу йәш журналист ҡатнашты. Уларға һөнәри планда үҙҙәре өсөн күпмелер файҙалы яңылыҡ алыу, дуҫтары менән аралашыу, коллегалары менән бәйләнеш урынлаштырыу мөмкинлеге бирелде.

       — Залда йәш, дәртле йөҙҙәрҙе күреү айырыуса ҡыуаныслы. Журналист һөнәре — ул йәшлек синонимы, сөнки журналист, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт йәш булып ҡала, — тине үҙенең тәбрикләү сығышында БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Эдуард Юлдашев. — Бөгөн республика матбуғатының 30 процентын 25 йәшкә тиклемге журналистар тәшкил итә. Һеҙ халыҡ менән власть араһында бәйләүсе звено булып тораһығыҙ. Хеҙмәтегеҙ милләтте сәләмәтләндереүгә, уны ағартыуға йүнәлтелеү сәбәпле, һеҙ һәр ваҡыт алғы сафта барырға тейешһегеҙ.

       Эдуард Юлдашев фестивалдә ҡатнашыусыларға ижади уңыштар теләне.

       Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Фәрит Әхмәҙиев "Уҡыусы ниндәй гәзитте өҫтөн күрә?" темаһына дискуссия клубының эшен етәкләне. Дискуссияла Башҡорт дәүләт университеты профессорҙары Тимерғәли Килмөхәмәтов менән Валерий Пугачев, "Молодежная газета" редакторы Ярослав Голобородько, "Йәшлек", "Өмөт" гәзиттәре вәкилдәре, район баҫмалары журналистары ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть