5 декабрь, Дүшәмбе

18 сентябрь 2009 йыл, 16:52

Кросс менән бәйле, 19 сентябрҙә Өфөлә транспорт хәрәкәте ябыласаҡ

автор: Дмитрий Слезин

       Өфө ҡалаһында 19 сентябрҙә "Милләттәр кросы-2009" асыҡ Бөтә Рәсәй йүгереү көнө үткәреү менән бәйле, ярыштар үткән ике урында автотранспорт хәрәкәте ябыласаҡ.

       Дим районында ярыштар Дим районы Мәҙәниәт һәм ял паркынан алып Ухтомский урамы — Левитан урамы — Таллин урамы — Үҙәк урам — Ухтомский урамы — Дим районы Мәҙәниәт һәм ял паркы маршруты буйынса үтәсәк. Был маршрут буйынса автотранспорт хәрәкәте сәғәт 10-дан 11-гә тиклем ябыласаҡ. Ярыштар бында сәғәт 10-да башлана.

       Шулай уҡ сәғәт 11-ҙән 14 сәғәткә тиклем Менделеев урамы — С. Агиш урамы сатынан алып Менделеев урамы — СССР-ҙың 50 йыллығы урамы сатына тиклем транспорт хәрәкәте ябыласаҡ. Ярыштар Менделеев урамы буйлап Күргәҙмә комплексынан алып 21-се ҡала клиник дауаханаһы боролошона тиклем үтәсәк. Был районда ярыштар сәғәт 12-лә башлана.