7 декабрь, Шаршамбы

18 сентябрь 2009 йыл, 16:51

"Хоҡуҡи төҙөкләндереү аҙналығы" үтте

автор: Любовь Колоколова

       Өфөнөң Орджоникидзе районында сираттағы тапҡыр "Хоҡуҡи төҙөкләндереү аҙналығы" үтте. Был сараны Өфө ҡалаһы ҡала округының Орджоникидзе районы хакимиәте, Өфөнөң Эшҡыуарҙар союзы, Өфө ҡала кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фонды, "Респект" хоҡуҡ компанияһы һәм Өфөнөң Орджоникидзе районы Эшҡыуарҙар союзы ойошторҙо.

       "Хоҡуҡи төҙөкләндереү аҙналығы" сиктәрендә теләүселәрҙең барыһы ла хоҡуҡ һәм хужалыҡ мәсьәләләре буйынса белгестәрҙән бушлай консультациялар, "Консультация Плюс" белешмә-хоҡуҡ системаһында документтар эҙләүҙең инновацион ысулдары менән таныша алды. Бынан тыш, улар өсөн докладтар һәм төрлө темаларға семинарҙар үткәрелде.

       Сентябрь башында бындай сара Өфөнөң Октябрь районында үткәрелгәйне.