10 декабрь, Шәмбе

17 сентябрь 2009 йыл, 17:28

Константин Толкачев граждандарҙы ҡабул итте

автор: Николай Ермоленко

       Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев "Берҙәм Рәсәй" партияһы Рәйесе Владимир Путиндың төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте. Депутатҡа туғыҙ кеше Өфөлә һәм Салауатта өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшө договорҙары буйынса төҙөүсе ойошмаларҙың договор йөкләмәләрен үтәмәүе, авария хәлендәге торлаҡ биналарынан һәм яңы төҙөлөш зонаһына эләккән торлаҡ йорттарҙан халыҡты күсереү проблемаһы, баҡса ширҡәттәре территорияһындағы ер участкаларын хосусилаштырыу менән ҡыйынлыҡтар тураһында мөрәжәғәт итте. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәсән Хөснөризамов ҡала ветерандар ойошмаһы исеменән льготалы категория граждандарын өҫтәмә дарыуҙар менән тәьмин итеү тураһындағы мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам итеүҙе һораны, шулай уҡ дарыуҙарҙың ҡиммәт булыуына зарланды.

       Константин Толкачев ҡайһы бер мөрәжәғәт итеүселәрҙең һорауҙарына яуаптар бирҙе, ә артабан эшкәртеүҙе талап иткән һорауҙарҙы контролгә алды.