6 декабрь, Шишәмбе

17 сентябрь 2009 йыл, 17:19

Саҡмағош районында һөтсөлөк малсылығы үҫтерелә

автор: Елена Макушина

       Саҡмағош районында "Баҙы" ауыл хужалығы производство кооперативына ингән Иҫке Боҫҡаҡ һөтсөлөк фермаһында быҙау аҙбары төҙөлөп бөттө. Бөгөн БР Президенты Мортаза Рәхимов үҙ эш сәфәре сиктәрендә малсылыҡ комплексын үҫтереү перспективалары менән танышты.

       Ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе Вадим Соколов һөйләүенсә, ферма 400 баш һыйыр малына иҫәпләнгән. Былтыр бик юғары һауым алыуға өлгәшелгән — һәр һыйырҙан уртаса 6400 литр һөт һауып алынған. Әле мал йәйләүҙә, ләкин тиҙҙән әҙер ҡураларға ҡайтарыласаҡ. Малсылыҡ фермаһында хәҙер ике һыйыр аҙбары, быҙау аҙбары, башмаҡтар өсөн ике бина һәм һауыу залы бар.

       Мал аҙыҡ менән тулы күләмдә тәьмин ителәсәк. Был маҡсатта районда мал аҙығы яңы технология буйынса үҫтерелә. Мортаза Рәхимовҡа көнбағыш менән бергә кукуруз үҫкән баҫыуҙарҙы күрһәттеләр. Бындай технология мал аҙығы сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итә. Ҡатнаш баҫыуҙар 60 гектар самаһы майҙанды биләй. Белгестәр әйтеүенсә, һәр гектарҙан 500 центнер самаһы йәшел масса йыйып алыу көтөлә.

       Ә Йомаш ауылында коттедж ҡасабаһын төҙөү тамамлана. Бында йорттар "Арзан торлаҡ" милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Хәҙерге ваҡытта 11 коттедж төҙөлгән дә инде. Бер йорттоң дөйөм майҙаны 100 квадрат метр тәшкил итә һәм уларҙың һәр береһенең 30 сутый ер участкаһы бар. Бында "Баҙы" ауыл хужалығы копперативының йәш белгестәре генә түгел, ә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тороусылар ҙа торлаҡ ала. Киләсәктә коттедждар ҡасабаһы киңәйтеләсәк.

       Бынан тыш, ауыл хужалығы предприятиеһында тыуымды дәртләндереүгә йүнәлтелгән үҙ программаһы эшләй. Вадим Соколов аңлатыуынса, беренсе бала тыуғанда 25 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнә, ә икенсе һәм унан һуңғы балалар тыуғанда был сумма 10-ар мең һумға арта бара: икенсе бала тыуғанда ата-әсәһе — 35 мең һум, өсөнсөһө тыуғанда — 45 мең, ә дүртенсе бала тыуғанда 55 мең һум аҡса ала.