3 декабрь, Шәмбе

17 сентябрь 2009 йыл, 17:17

Ял көндәрендә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә

автор: Ольга Горюнова

       Был ял көндәрендә, 19 һәм 20 сентябрҙә, Өфөлә көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк. Ауыл халҡы шәмбе көнө — 655 машина, йәкшәмбе көнө 329 машина ауыл хужалығы продукцияһы килтерәсәк.

       Өфөнөң һәр районындағы йәрминкә майҙандарында республика райондарының ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре үҙ продукттарын тәҡдим итәсәк.