11 декабрь, Йәкшәмбе

17 сентябрь 2009 йыл, 17:15

Йәш журналистарҙың VI республика фестивале

автор: Любовь Колоколова

       Алтынсы тапҡырына Өфөлә йәш журналистарҙың республика фестивале үткәрелә. Быйыл ул Рәсәйҙә иғлан ителгән Йәштәр йылы, ә беҙҙең республикала Йәштәрҙең башлағыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы билдәһе аҫтында үтә. Унда республиканың 35 йәшкә тиклемге киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Фестивалгә бөтәһе 50 йәш журналист килде.

       Сараны ойоштороусылар — БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы яҡлауында БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ һәм Башҡортостан Журналистар союзы.

       Йәш журналистар фестивале бөгөн күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, талантлы башҡорт публицисы һәм яҙыусыһы Шәһит Хоҙайбирҙиндың һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Тәбрикләү һүҙе менән Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Фәрит Әхмәҙиев сығыш яһаны.

       Фестиваль программаһы бик тығыҙ. "Уҡыусы ниндәй гәзитте өҫтөн күрә?" темаһына дискуссия клубы, БР Милли банкы вәкиле ҡатнашлығында "Финанстар һәм матбуғат" түңәрәк өҫтәле эше ойоштороласаҡ, мастер-кластар үтәсәк. Рус, башҡорт һәм татар баҫмалары журналистары айырым тел һәм стилистик проблемаларҙы, һуңынан бөтәһе бергә гәзит һәм журналдарҙың дизайн мәсьәләләрен тикшерәсәк. "Китап" нәшриәте китап продукцияһы күргәҙмәһен ойошторҙо.

       18 сентябрҙә "Таң" ял базаһында БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ һәм БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы вәкилдәре менән осрашыу үткәрелә. Ошонда уҡ йәштәр тормошон әүҙем яҡтыртыусы журналистарҙы бүләкләү тантанаһы үтәсәк.

       Әлеге ваҡытта Башҡортостан Журналистар союзында меңдән ашыу ағза иҫәпләнә. Был Рәсәйҙә иң ҙур ижади союздарҙың береһе. БР Журналистар союзы ағзаларының дүрттән бер өлөшө — 35 йәшкә тиклемге кешеләр.