7 декабрь, Шаршамбы

17 сентябрь 2009 йыл, 17:10

Үзбәкстан - хеҙмәт мигранттары буйынса беренсе урында

автор: Евгений Рәхимҡолов

       Үзбәкстан Башҡортостан Республикаһына хеҙмәт мигранттары һаны буйынса беренсе урынды биләй. Был турала Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы ҡарамағындағы Ижтимағи-консультатив советтың күсмә ултырышында идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Хәмит Нафиҡов хәбәр итте.

       Бөгөн республикала эшләүсе 27,8 мең сит ил кешеһе иҫәбенән 14 меңдән ашыуы Үзбәкстандан килгән. Уларҙың күбеһе төҙөлөштә (алты меңдән ашыу кеше), ауыл хужалығында (3,7 мең), коммерция эшмәкәрлегендә (ике меңдән ашыу кеше) мәшғүл.

       Республикаға хеҙмәт мигранттары һаны буйынса икенсе урынды Вьетнам биләй (дүрт меңдән ашыу кеше), өсөнсө — Тажикстан (өс меңдән ашыу). Башҡортостанда шулай уҡ Азербайжандан, Төркиәнән, Әрмәнстандан, Ҡырғыҙстандан, Сербиянан, Украинанан, Ҡытайҙан килеп эшләүселәр ҙә байтаҡ.