Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

"Оҫталар ҡалаһы" ҡул эштәре күргәҙмә-йәрминкәһе үтәсәк

Йәмғиәт

       "Оҫталар ҡалаһы" — 19 сентябрҙә "Баштехинформ" республика фәнни-техник һәм мәғлүмәт комплексы күргәҙмә үҙәгендә ошондай баш аҫтында ҡул эштәре изделиеларының күргәҙмә-йәрминкәһе эшләй башлаясаҡ. Унда "hand made" техникаһында ижад иткән 20-нән ашыу оҫта ҡатнашасаҡ.

       Уларҙың эштәре төрлө йүнәлештәрҙә башҡарылған: эксклюзив биҙәүестәр, ҡайын туҙынан әйберҙәр, уйынсыҡтар һәм башҡалар. Ойоштороусылар билдәләүенсә, быларҙың барыһы менән дә һоҡланыу ғына түгел, оҡшағандарын һатып алырға ла мөмкин. Ә бәлки, үҙ ҡулдарығыҙ менән ошондай ҡыҙыҡлы әйберҙәр ижад итеү теләге лә уяныр, был үҙ-үҙеңде сағылдырыу ысулы ғына түгел, ә хәҙерге иҡтисади тотороҡһоҙ заманда өҫтәмә табыш сығанағы ла бит.

       Күргәҙмә-йәрминкә ике көн барасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть