Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Бюджет средстволарын файҙаланыу контролдә тотола

Иҡтисад

       Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы бюджет средстволарын файҙаланыу һөҙөмтәлелеген контролдә тота. Быйыл ғинуарҙан авгусҡа тиклем ведомствоның ревизион эш секторы 68 контроль сараһы үткәрҙе, улар барышында ҡайһы бер ойошмаларҙың производство һәм финанс-хужалыҡ эшмәкәрлегендә етешһеҙлектәр булыуы асыҡланды.

       Мәҫәлән, РФ Бюджет Кодексының 78-се статьяһы һәм "Башҡортостан Республикаһының 2008 йылға бюджеты тураһында" БР Законының 16-сы статьяһы, ауыл хужалығы производствоһының төп йүнәлештәре буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә субсидиялар биреү ҡағиҙәләре боҙолған. Финанс ҡағиҙәләрен боҙоуҙар суммаһы бюджетҡа тулыһынса ҡайтарылған.

       Шулай уҡ ревизион эш секторы тарафынан һигеҙ айҙа граждандарҙың БР Хөкүмәтенә, БР Ауыл хужалығы министрлығына адресланған 35 мөрәжәғәте ҡаралды.

       2009 йылдың сентябрь-октябрендә "Башмелиоводхоз" идаралығы" федераль дәүләт учреждениеһының "Башҡортостан Республикаһының 2007 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеше" федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуға бүленгән средстволарҙы документаль тикшереү планлаштырыла. Бирелгән субсидиялар сиктәрендә ауыл хужалығы производствоһына ярҙамға бүленгән бюджет средстволарының маҡсатлы һәм һөҙөмтәле файҙаланылыуын тикшереү дауам иттереләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть