7 декабрь, Шаршамбы

17 сентябрь 2009 йыл, 17:04

Президент республика райондары буйлап эш сәфәрендә

автор: Елена Макушина

       Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республика райондары буйлап эш сәфәренә сыҡты. Бүздәк районында республика башлығы капиталь ремонттан һуң дөйөм белем биреү мәктәбе асылған Туғай ауылына, шулай уҡ Бүздәк консерва комбинатына барырға планлаштыра. Саҡмағош районында ул "Баҙы" ауыл хужалығы производство кооперативына барырға, ә Благовар, Кушнаренко, Шишмә райондарында ураҡ эштәре барышы менән танышырға йыйына.

       Президенттың эш сәфәрендә төп объекттарҙың береһе, әлбиттә, Туғай ауылындағы мәктәп буласаҡ. 1902 йылда төҙөлгән мәктәп бинаһын капиталь ремонтлау 2009 йылдың 1 июлендә башланғайны. Ремонт эштәрен финанслауҙың күп өлөшөн республика бюджеты үҙенә алды. Мәктәп бинаһы ғына түгел, ашхана һәм балаларға йәшәү өсөн интернат та капиталь ремонтланды.