6 декабрь, Шишәмбе

16 сентябрь 2009 йыл, 17:21

"Рәсәй һәм ислам донъяһы" конференцияһына делегация барасаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

       Башҡортостандан делегация "Рәсәй һәм ислам донъяһы: тотороҡлолоҡ хаҡына партнерлыҡ" халыҡ-ара конференцияһында ҡатнашасаҡ. Был турала БР мосолмандарының Диниә назараты башлығы мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин хәбәр итте.

       — Бындай конференциялар йыл һайын үткәрелә, — тине Нурмөхәмәт хәҙрәт, — уларҙа бөтә Рәсәйҙән генә түгел, шулай уҡ күп кенә ислам дәүләттәренән сәйәси һәм дини лидерҙар ҡатнаша. Шулай итеп, был беҙҙең өсөн төрлө халыҡтар араһында һөҙөмтәле диалог алып барыу мөмкинлеге лә.

       Конференция Рәсәй позицияларын нығытыуға, халыҡ-ара аренала тыныслыҡҡа һәм тотороҡлолоҡҡа өлгәшеүгә йүнәлтелгән. Президент Дмитрий Медведев бындай сараларға ҙур иғтибар бирә. Уның фекеренсә, илебеҙҙең дини лидерҙары сит илдәрҙә тыныслыҡ илсеһе булып хеҙмәт итергә, башҡа халыҡтарҙы Рәсәй төбәктәренең мәҙәниәте һәм иҡтисады менән таныштырырға тейеш.

       Конференция 24 сентябрҙә Мәскәүҙә Союздар йортоноң Колонналар залында үтәсәк.