10 декабрь, Шәмбе

16 сентябрь 2009 йыл, 17:20

"Мечел" етәкселеге Президентҡа рәхмәт белдерҙе

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

       Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә "Мечел" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Игорь Зюзиндан хат килде. Унда ул Белорет металлургия комбинатында һыуыҡ килеш деформацияланған арматура етештереү буйынса яңы линия асыуға арналған сарала ҡатнашҡан өсөн рәхмәт белдерә.

       Хатта шулай тиелә:

       "Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

       Ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, Белорет металлургия комбинатының тотороҡло эшләүен тәьмин итеү, эш урындарын һәм төбәктә социаль тотороҡлолоҡто һаҡлау өсөн беҙ бөтә тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ. Был линия беҙгә юғары өҫтәлгән ҡиммәт менән заманса һәм баҙарҙа киң талап ителгән яңы продукция сығарырға мөмкинлек бирәсәк, ә ул комбинатты үҫтереүҙә мөһим аҙым булып тора.

       Беҙ Башҡортостан Республикаһы етәкселегенең үҙ территорияһында урынлашҡан предприятиеларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән ҙур эш алып барыуын яҡшы беләбеҙ. Беҙ республика һәм урындағы хакимиәт яғынан даими ярҙам һәм иғтибар тоябыҙ һәм бының өсөн Һеҙгә рәхмәтлебеҙ!

       Һеҙҙең һәм Башҡортостан Республикаһы хакимиәте менән артабан да уңышлы хеҙмәттәшлеккә өмөт итәбеҙ"

       Ихтирам менән "Мечел" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры И.В. Зюзин".