4 декабрь, Йәкшәмбе

16 сентябрь 2009 йыл, 17:19

Башҡортостан халҡы пенсия күләмен әүҙем арттыра

автор: Ольга Горюнова

       Башҡортостан халҡы пенсияларҙы ҡушма финанслау программаһында әүҙем ҡатнаша. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, дәүләт ҡушма финанслауы өсөн ҡатнашыусы Рәсәй Пенсия фондына йыл барышында 12 мең аҡса күсерергә тейеш. Дәүләт был аҡсаны ике тапҡырға арттыра. Ҡушма финанслау программаһы тәүге взнос индергән мәлдән алып 10 йылға иҫәпләнгән.

       РПФ матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан ҡатнашыусылар иҫәбе һәм граждандар индергән средстволарҙың дөйөм суммаһы буйынса Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урынды биләй. Программа республикала ғәмәлгә ингәндән алып уға 80 меңдән ашыу кеше ҡушылды, түләүҙәр суммаһы 36 миллион һум тәшкил итте.

       Беренсе урында — Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе (160 меңдән ашыу кеше, 70 миллион һум), өсөнсөлә — Свердловск өлкәһе (65 мең ғариза һәм 32 миллион һум взнос).