9 декабрь, Йома

16 сентябрь 2009 йыл, 17:18

"Башнефть" "Shell" концернынан нефть һатып ала

автор: Ольга Горюнова

       Өфө нефть эшкәртеү заводтарына "Башнефть" акционерҙар нефть компанияһы "Shell" концерны менән контракт буйынса һатып алған Көнбайыш Себер нефте килә башланы. Элек ошондай контракттар "Лукойл" һәм "ТНК-ВР" нефть компаниялары менән төҙөлгәйне.

       "Башнефть" акционерҙар нефть компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексы составына инә, уның активтары менән идара итеүгә "Система-Инвест" асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселек итә. Комплекстың бөтә алты компанияһының төп акционеры булып контроль акциялар пакетына эйә булған "Система" акционерҙар финанс корпорацияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте тора.

       "Башнефть" акционерҙар нефть компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы, Көнбайыш Себер һәм Ырымбур өлкәһе төбәктәре территорияһында нефть табыуға махсуслаша. Компания эске баҙарға һәм экспортҡа нефть оҙата.