5 декабрь, Дүшәмбе

16 сентябрь 2009 йыл, 17:17

18 сентябрҙә алдан тауыш биреү башлана

автор: Марина Шумилова

       18 сентябрҙә Башҡортостанда хәҙерге һайлау кампанияһы сиктәрендә алдан тауыш биреү башлана. Ниндәйҙер сәбәптәр менән 4 октябрҙә һайлау участкаһына килә алмаясаҡ һайлаусылар 18 сентябрҙән 29-ына тиклем — территориаль һайлау комиссияларында, 30 сентябрҙән 3 октябргә тиклем участка һайлау комиссияларында үҙ һайлау хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашыра ала.

       Тағы ла хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 11 октябрҙә Республика көнөн байрам итеү менән бәйле, һайлауҙар Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә ҡарағанда бер аҙна алдараҡ үтәсәк. 4 октябрҙә — берҙәм тауыш биреү көнөндә беҙҙә төрлө кимәлдәге урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау буйынса 86 һайлау кампанияһы үтәсәк. Белорет ҡалаһы һәм Бөрө ҡалаһы ҡала биләмәләрендә — ҡала биләмәләре Советтары депутаттарын һайлау, райондарҙа төрлө кимәлдәге Советтар депутаттарын өҫтәмә һәм ҡабаттан һайлау үткәреләсәк. Дөйөм алғанда, һайлауҙар 31 муниципаль районда үтәсәк, һайлаусылар исемлегендә — 120 меңдән ашыу кеше. Һайлауҙа ҡатнашыуға 312 кандидат күрһәтелгән, һайлау бюллетендәренә уларҙан 297 фамилия индерелгән. Тауыш биреү үткәреү өсөн 180 һайлау участкаһы төҙөлгән.