9 декабрь, Йома

16 сентябрь 2009 йыл, 17:15

Мосолмандар өсөн мәнфәғәттәре буйынса танышыуҙар бюроһы

автор: Евгений Рәхимҡолов

       Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты эргәһендә мәнфәғәттәре буйынса танышыуҙар бюроһы ойошторолдо, тип хәбәр итте БР мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Арыҫланов.

       — Бындай бюро ойоштороп, беҙ, беренсе сиратта, йәштәрҙе йәлеп итеүгә иҫәп тоттоҡ, — тине ул. — Ислам динен тотоусы йәш кешеләр беҙгә килә, бер-береһе менән таныша, аралашыу өсөн дөйөм мәнфәғәттәр таба алһын өсөн.

       БР мосолмандары Диниә назаратында йәштәр менән бындай эште бик мөһим тип иҫәпләйҙәр, сөнки хәҙер бик күп йәштәр наркомания, эскелек кеүек хәүефле социаль сирҙәр йоғонтоһона бирелгән бит.

       — Беҙ республика уҡыу йорттарында, райондарында иҫкәртеү саралары үткәрәбеҙ, ислам концерттары ойошторабыҙ, йәш быуынды сәләмәт йәшәү рәүешенә саҡырабыҙ, — тип билдәләне Айнур Арыҫланов. — Киләсәктә беҙ йәштәр араһында социаль сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса үҙ проекттарыбыҙҙы БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ҡарауына тәҡдим итергә планлаштырабыҙ.