11 декабрь, Йәкшәмбе

16 сентябрь 2009 йыл, 17:14

100-гә яҡын мосолман дини белем ала

автор: Евгений Рәхимҡолов

       Башҡортостанда 100-гә яҡын мосолман дини белем ала. Был турала "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР мосолмандарының Диниә назараты рәйесенең мәғариф мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Руслан Саяхов хәбәр итте.

       — БР мосолмандарының Диниә назаратында дини мәғарифты үҫтереүгә бөгөн айырыуса етди иғтибар бирелә, — тине ул. — Бында эш өс йүнәлештә алып барыла. 50-ләп кеше Диниә назараты ведомствоһындағы өс мәҙрәсәлә уҡый. Уларҙың икәүһе — Өфөлә, береһе — Стәрлетамаҡта.

       Дини мәғарифтың икенсе йүнәлеше республикала сағыштырмаса күптән түгел барлыҡҡа килде. Ул БДПУ базаһында исламды тәрән өйрәнеүсе юристар әҙерләүҙе күҙ уңында тота.

       — Быйыл был специальность буйынса икенсе тапҡырына студенттар йыйылды, — ти Руслан хәҙрәт. — Төркөмдәр әлегә ҙур түгел — 10-лап кеше. Ләкин киләсәктә был йүнәлеш киңәйер, тип ышанабыҙ.

       Бөгөн дини мәғарифтың өсөнсө төрө — сит илдә уҡытыу — ҙурыраҡ популярлыҡ менән файҙалана. Руслан Саяхов әйтеүенсә, Ҡаһирәлә Башҡортостандан 50-гә яҡын студент уҡый. Бында улар Әл-Әзһәр Халыҡ-ара ислам университетында ла, Ҡаһирә университетында ла дини белем ала.