5 декабрь, Дүшәмбе

16 сентябрь 2009 йыл, 17:13

Дәғүәселәр билдәләнде

автор: Әлим Фәйезов

       15 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Журналистика өлкәһендә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияларҙы биреү буйынса комиссия ултырышы булды. Ултырышты комиссия рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев алып барҙы.

       2009 йылға журналистика өлкәһендә иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияларҙы биреү буйынса комиссия, тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарағандан һуң, конкурста ҡатнашыуға түбәндәгеләрҙе индерҙе:

       Әхмәҙиев Фәрит Вафа улын — "Традиции нравственной культуры башкирской журналистики" һәм "Журнальная журналистика" китаптары өсөн; Ергин Юрий Викторовичты — БР мәҙәниәте һәм мәғарифы тарихы буйынса мәҡәләләре, БР мәғарифы тарихы буйынса китаптары һәм мәҡәләләре өсөн; Иҙрисова Миләүшә Абрар ҡыҙын — республиканың күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре тормошо һәм ижадына арналған "Млечный путь" биографик телевизион очерктар циклы һәм "Ғәзиз Әлмөхәмәтов" монографик йыйынтығы өсөн; Ишкинин Таһир Хабрахман улын — "Киске Өфө" гәзитендә "Аҙна шаңдауы" рубрикаһы аҫтында баҫылған мәҡәләләре өсөн; Нәбиев Хәмит Миңлехамат улын — "Сквозь толщу лет обретя покой" китабы өсөн; Солтанова Флүрә Мәхмүтйән ҡыҙын — "Оло Башкортостан", "Йәдкәр" радиотапшырыуҙар һәм "Алыҫ араларҙы яҡынайтып" телепрограммалар циклы өсөн; Хәсәнова Руфина Нәсимйән ҡыҙын — социаль тематика буйынса проблемалы мәҡәләләре өсөн; Юлдашева Тамара Ишбулды ҡыҙын — "Башҡортостан ҡыҙы" журналында баҫылып сыҡҡан мәҡәләләр серияһы өсөн; Толомғужин Зөфәр Ғәли улын — "Шэжэрэ" — воспитатель духа" китабы өсөн.

       Комиссия йәмәғәт ойошмаларын, хеҙмәт коллективтарын һәм айырым кешеләрҙе 2009 йылға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүгә күрһәтелгән эштәрҙе тикшереүҙә ҡатнашыуҙарын һорай. Фекерҙәрҙе һәм тәҡдимдәрҙе матбуғат биттәрендә, телевидение һәм радио тапшырыуҙарында йәки түбәндәге адрес буйынса ебәрелгән хаттарҙа белдерергә мөмкин: 450076, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 10-сы ҡат, Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы, телефон-факс: 276-42-66.

       Конкурсҡа индерелгән эштәр 2009 йылдың 30 сентябренә тиклем тикшерелә. Октябрҙә, Республика көнөн байрам иткәндә, республика журналистар премияһының өс лауреатының исемдәре иғлан ителәсәк.