4 декабрь, Йәкшәмбе

15 сентябрь 2009 йыл, 17:52

Хеҙмәт баҙарының сит ил сегменты торошон тикшерәсәктәр

автор: Евгений Рәхимҡолов

       16 сентябрҙә Өфөнөң УЗЭМИК Мәҙәниәт һарайында Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы Ижтимағи-консультатив советының күсмә ултырышы үткәреләсәк. Унда идаралыҡ етәкселеге Рәсәйгә мигранттар ебәреүсе булып торған ил диаспоралары вәкилдәре менән һөйләшәсәк.

       Был сара милләт-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға һәм миграция закондарын боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Ултырышта Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәкселәре, шулай уҡ тажик, үзбәк, азербайжан милли-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

       Һөйләшеү барышында Башҡортостандағы хеҙмәт баҙарында сит ил сегменты торошон, сит ил граждандарына медосмотр үткәреү менән бәйле мәсьәләләрҙе, шәхесен раҫлаусы документтары булмаған сит ил граждандарына ҡарата күрелгән сараларҙы тикшереү планлаштырыла.