Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Люция Ғүмәрова - Башҡортостан Конституция Суды Рәйесе вазифаһына кандидат

Сәйәсәт

       Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышында Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Рәйесе вазифаһына Люция Ғүмәрованы тәғәйенләү тураһындағы мәсьәләне сираттағы пленар ултырышта депутаттарҙың ҡарауына сығарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Уның кандидатураһын Башҡортостан Республикаһы Президенты тәҡдим итте — элекке рәйес Илдус Әҙеһәмов отставкаға китеү сәбәпле, әлеге ваҡытта был вазифа вакантлы булып тора.

       Люция Шаһыбал ҡыҙы Ғүмәрова 1959 йылдың 1 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, хоҡуҡ белгесе, юридик фәндәр кандидаты, БДУ доценты. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды судьяһы. Башҡортостан Республикаһының Почет Грамотаһы менән наградланған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть