6 декабрь, Шишәмбе

15 сентябрь 2009 йыл, 17:48

Ҡоролтайҙың 19-сы ултырышы үткәрелә

автор: Николай Ермоленко

       24 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 19-сы ултырышы үткәрелә. Депутаттар пленар ултырыш көн тәртибенә индерергә ҡарар ителгән 45 мәсьәләне ҡараясаҡ. Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы Президиумының 19-сы ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде.

       Ултырышта ҡаралырға тейешле мәсьәләләр араһында 29 республика закон проекты: 13-ө — икенсе һәм 16-һы — беренсе уҡыуҙа; етмәһә, уларҙың ҡайһы берҙәре дөйөм ҡабул ителеүе ихтимал. Депутаттар Дәүләт Думаһынан яраштырыу өсөн ебәрелгән бер нисә федераль закон проектын ҡараясаҡ, ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса, атап әйткәндә, республикала халыҡты транспорт хеҙмәтләндереүе өлкәһендә закондарҙы тормошҡа ашырыу  барышы тураһында парламент тыңлауҙары үткәреү һәм наркоманияны иҫкәртеүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тураһында ҡарарҙар ҡабул итәсәк.

       Башҡортостан Республикаһы Конституция Судының яңы Рәйесен һайлау иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе буласаҡ. Депутаттар яңы мировой судьялар һайлаясаҡ һәм БР Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларының береһен вазифаһынан бушатасаҡ.