10 декабрь, Шәмбе

15 сентябрь 2009 йыл, 17:47

БДАУ - конкурс еңеүселәре иҫәбендә

автор: Марият Артюхова

       Башҡорт дәүләт аграр университетының физик тәрбиә кафедраһы РФ Ауыл хужалығы министрлығының юғары уҡыу йорттарында физик культура буйынса эште иң яҡшы ҡуйыуға Бөтә Рәсәй смотр-конкурсы һөҙөмтәләре буйынса өсөнсө урын алды.

       БДАУ матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүе буйынса, конкурс барышында бер нисә номинацияла еңеүселәр ҙә билдәләнде. Бында БДАУ иң яҡшылар иҫәбендә булып сыҡты. Университет "Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының юғары ҡаҙанышлы студенттар спортын үҫтереү буйынса иң яҡшы уҡыу йорто", "Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының спорт-масса эшен үҫтереү буйынса иң яҡшы уҡыу йорто" һәм "Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының физкультура-сәләмәтләндереү эшен үҫтереү буйынса иң яҡшы уҡыу йорто" номинацияларында икенсе урындар яуланы.