Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Ҡулланыусыларға аҡсалары ҡайтарылды

Иҡтисад

       БР Аҙыҡ-түлек идаралығының ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм ҡулланыу баҙарында ҡағиҙә боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса бүлеге белгестәре август айында сифатһыҙ тауарҙар һәм хеҙмәтләндереүҙәр өсөн ҡулланыусыларға 67,9 мең һум аҡсаһын ҡайтарырға ярҙам итте.

       Бынан тыш, Өфөнөң Октябрь районы Прокуратураһы мөрәжәғәте буйынса идаралыҡ белгестәре кешеләр күмәк йыйылған урындарҙа тәмәке изделиелары һатҡанда ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында закондарҙың күҙәтелеүен тикшереү буйынса биш берлектәге рейдта ҡатнашты. Тикшереүселәрҙең иғтибар үҙәгенә "Үҙәк", "Тылсымлы шар", "Грин Парк", "А Инком" һәм "Альмира" күңел асыу үҙәктәре эләкте. Бөтә ерҙә лә ғәмәлдәге закондарҙы боҙоуҙар асыҡланды. Прокуратура тарафынан административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында эш ҡуҙғатыу хаҡында ҡарарҙар әҙерләнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть